Олимпиада по башкирскому языку

Март 2, 2026 Просмотров: 14

Өфө фән һәм технологиялар университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Төньяҡ-Көнсығыш олимпиадаһының йомғаҡлау этабы уҙҙы. Быйыл олимпиаданың һайлап алыу этабында 800-гә яҡын бала ҡатнашты, уларҙың 346-һы йомғаҡлау этабына үтте.
Был олимпиада Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем биреү министрлығының мәктәп уҡыусылары олимпиадалары исемлегенә ингән.
Олимпиадаларҙа еңеүселәр һәм призерҙар юғары уҡыу йортона һынауһыҙ инеү мөмкинлегенә эйә була. Шул уҡ ваҡытта уларға бер йыл дауамында ай һайын 60 000 һум стипендия түләнә.
Төньяҡ-Көнсығыш олимпиадаһында беҙҙең мәктәптән биш уҡыусы ҡатнашты: Байназарова Динә- 9 класс уҡыусыһы ,Зәйнуллина Гөлнур, Мөхәмәтшина Эвелина, Шәймөхәмәтов Динис-10 класс уҡыусылары һәм Искәндәрова Розалина - 11 класс уҡыусыһы. Һөҙөмтәләрҙе тулҡынланып көтәбеҙ.
#Олимпиада #СВОШ #УУНиТ