Международный диктант по башкирскому языку 2026

Апрель 14, 2026 Просмотров: 30

17 апрелдә 11.00 сәғәттә бөтә донъяла йыл һайын үткәрелә торған «Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант» акцияһы үтәсәк.
Ҡырмыҫҡалы районының бөтә дөйөм белем биреү учреждениеларында башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашыу өсөн офлайн-майҙансыҡтар ойоштороласаҡ.
Районда төп ике офлайн-майҙансыҡ Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбендә һәм Үҙәк китапханала ойошторола.
2026 йылда диктант текстары өс мөһим темаға бағышлана: Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылы һәм башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыллығы.

Акция төрлө форматта үтәсәк. Майҙансыҡтар мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында, шулай уҡ республиканың башҡа төбәктәрҙәге һәм илдәрҙәге вәкиллектәрендә ойотоштороласаҡ. Шәхсән ҡатнаша алмаусылар өсөн рәсми сайт bashdictant.ru/ аша онлайн-форматта ҡатнашыу мөмкинлеге ҡаралған.

«БСТ» телеканалында тура эфир 11:00 сәғәттә башлана. Быйыл дикторҙар сифатында сығыш яһаясаҡтар:

Арыҫлан Тимеров (Baby Ti) — төрлө жанрҙағы йырҙар башҡарыусы йәш башҡарыусы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, йырҙар авторы;

Азат Айытҡолов — ҡурайсы-музыкант, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы;

Эльмира Абулҡарамова — Ә. Атнабаев исемендәге мәктәп уҡытыусыһы (Тәтешле районы, Иҫке Күрҙем ауылы), Ғәли Соҡоройҙың бишенсе быуын тоҡомо.

#башҡорттелендәдиктант, #башдиктант2026, #диктантпобашкирскомуязыку, #башҡортсадиктантяҙам.

Башдиктант2026.docx

Скачать (Размер 15 Kb) Тип файла: docx